Әлшәй районы Ҡармыш ауылында ғаилә ҡазаға тарыған. Ғаилә ҙур – атай менән әсәйҙең ун өс, алты һәм өс йәшлек өс балаһы бар.
9 июндә көслө ямғыр башлана. Даһыр-доһор күк күкрәй, ялт та йолт йәшен уйнай. Киске 6-лар тирәһендә йортҡа йәшен һуға. Бер нисә минуттан төтәй башлай. Был ваҡытта өйҙә бер кем дә булмай. Ғаилә эштән ҡайтып килгән генә саҡ була. Янғын һүндереүселәрҙе күршеләр саҡыра.
Шаһиттар әйтеүенсә, йәшен ике тапҡыр тейә. Тәҙрәләр һөрөмләнә, мөрйәнән ҡара төтөн сыға. Дөрләп янған ялҡын булмай, әммә өй эсендәге бөтә әйбер, йыһаз, техника янып бөтә. Хужаларкүптән түгел ремонт яһаған, электр ҡорамалдарын һәм үткәргестәрен алмаштырған булған, шуға сәбәпте уның төҙөкһөҙлегенә бәйләмәй.
Йортто әсәлек капиталына алған булғандар, шунан төкәтмә төҙөп, ҙурайтҡандар. Хәҙер район халҡы ғаиләгә ярҙам йыя.
МЧС-тың матбуғат хеҙмәте аңлатыуынса, Мәктап урамында йорт яныуы тураһында хәбәр 19.03 сәғәттә алынған. Өйгә автоматик төтөн хәбәрсеһе ҡуйылған булған, ул эшләп киткән.
Янғын һөҙөмтәһендә йорт йыһазы юҡҡа сыҡҡан, 88 квадрат метрҙа түшәм менән стеналар күмерлангән, янғын сәбәбер асыҡлана, тигән ҡотҡарыусылар.
Ғаилә ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлана, кескәйҙәр янғын башланғанда балалар баҡсаһында Янғынға тиклем бер ай элек бесәйебеҙюғалды, техника ватылды, ә этебеҙ, бәлә яҡынлашыуын иҫкәрткәндәй, гел олоно», — тигән хужалар.
Әле ғаилә Раевкалағы туғандарына өйгә инеп торған.
Сығанаҡ: “Башинформ”.