+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 18:11

БУШЛАЙ ГАЗ ҮТКӘРЕҮ ТУРАҺЫНДА ЗАКОН СЫҠҠАН

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙе газификациялау кимәлен күтәреүҙең “юл картаһы” сараларын тормошҡа ашырырға һәм газ үткәргесте граждандарҙың ер участкалары сигенә тиклем бушлай һуҙырға юл асҡан законға ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Законға ярашлы, берҙәм газификация операторы булдырыла. Был вазифаны Берҙәм газ тәьминәте системаһы милексеһе, йәғни “Газпром”, башҡара. Компания барып етмәгән төбәктәрҙә был хоҡуҡ газ бүлеү селтәрҙәрен аҫраған һәм ҡулланыусыларға газ биреү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнгән иң ҙур ойошмаға тапшырыла.

Газификацияны финанслау сығанағы ла билдәләнгән. Бөтәһенән элек, һүҙ газ бүлеү ойошмаларының инвестицион өҫтәмәһе тураһында бара. Шулай итеп, кешенең биләмә сигенә тиклем торба бушлай һуҙыла ла торбаны участка эсенән үткәреү, өйгә индереү, кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыу хаҡтарына нормалар билдәләнеп, уларҙан тайпылмау контролдә тотоласаҡ. Халыҡҡа һатылған газ хаҡын инфляция дәүмәленән арттырып күтәреү тыйыла.

Халыҡты комплекслы договор нигеҙендә “бер тәҙрә” приницибы буйынса хеҙмәтләндерергә ҡушылған.

Фотола: “Ново-Александровка” газ бүлеү станцияһынан Затон микрорайонына тиклем һуҙылған ҡасаба-ара газ үткәргесте асыу тантанаһы. 2021 йыл 25 май (“Газпром” сайтынан).

Читайте нас: