+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 16:24

ӨФӨНӨҢ РУБЕЖ УРАМЫНДА ЙӘШ ПРОФЕССИОНАЛДАР ПАРКЫ ТӨҘӨЛӘ

Өфөлә WorldSkills Russia чемпионаты үтәсәк майҙансыҡ төҙөлөп бөтөп килә.

Өфөлә WorldSkills Russia чемпионаты үтәсәк майҙансыҡ төҙөлөп бөтөп килә.

«Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионатының финалы, билдәле булыуына, 21–25 июлдә Өфөлә үтәсәк. Ярыштар 105 һөнәри компетенция буйынса була, улар ете блокҡа бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары; мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары; ижад һәм дизайн; производство һәм инженерлыҡ технологиялары; хеҙмәттәр өлкәһе; транспорт һәм логистика; белем биреү. Финалда бөтәһе1800 конкурсант ҡатнаша, уларҙың 600-ҙән ашыуы – юниор.

Сара «Castorama» гипермаркетынан алыҫ түгел Рубеж урамында төҙөлөп ятҡан Йәш профессионалдар паркында үтәсәк.

Майҙанда йәмғеһе 20 ябыҡ ҡоролма урынлаша. Уларҙы 25 июнгә ҡороп бөтәсәктәр. Төҙөлөш барышы тураһында һөйләп, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министы Андрей Назаров WorldSkills чемпионатын үткәреүҙең Башҡортостан колледждарының матди-техник базаһын модернлаштырыу һәм эшсе һөнәрҙәренә хөрмәт тәрбиәләү өсөн мөһим булыуын билдәләне.

Андрей Назаров белдереүенсә, ярыштар өсөн республика өс меңдән ашыу яңы ҡорамал һәм инструмент һатып ала, аҙаҡ улар Башҡортостан уҡыу йорттарына таратып биреләсәк һәм яңы 100 оҫтахананы йыһазландырыуға хеҙмәт итәсәк. Йәғни чемпионат үткәндән һуң, республика һөнәри уҡыу йорттарының матди-техник базаһы 70 проценттан ашыуға яңырасаҡ.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: