– Һинең банкыла счетың бармы?
– Бар, тик минең файҙаға түгел.
– Кисә ниндәй томан булғанын күрҙеңме?
– Юҡ, бер нәмә лә күрмәнем, томан бик көслө ине.
– Йома араҡы һатыуҙы тыйһалар, ни буласаҡ?
– Йома кесе йоманан башланасаҡ.
– Егеттәр, һеҙҙең менән волейбол уйнарға мөмкинме?
– Мөмкин. Олатай, бына бында баҫ, селтәрҙе тотоп торорһоң.