+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июнь 2021, 18:47

ЯҢЫ ЗАКОН ПРОЕКТЫ КҮРШЕЛӘРГӘ ҠАҒЫЛА

Рәсәй Дәүләт думаһы беренсе уҡыуҙа күршеләр тураһында закон проектын ҡараған. Документ Торлаҡ кодексын күп фатирлы йорттарҙа күршеләрҙең хоҡуҡтары тураһындағы статья менән тулыландырыуҙы күҙҙә тота. Әгәр проект ҡабул ителһә, йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге, санитар-гигиена, экологик ҡағиҙәләрҙе, шулай уҡ төнгө тынлыҡ режимын һаҡлау мотлаҡ буласаҡ.

Рәсәй Дәүләт думаһы беренсе уҡыуҙа күршеләр тураһында закон проектын ҡараған. Документ Торлаҡ кодексын күп фатирлы йорттарҙа күршеләрҙең хоҡуҡтары тураһындағы статья менән тулыландырыуҙы күҙҙә тота. Әгәр проект ҡабул ителһә, йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге, санитар-гигиена, экологик ҡағиҙәләрҙе, шулай уҡ төнгө тынлыҡ режимын һаҡлау мотлаҡ буласаҡ.

Башҡортостандан Дәүләт думаһы депутаты Павел Качкаев федераль закон проекты авторҙарының береһе булып тора.

Павел Качкаев аңлатыуынса, мәғәнәһеҙ сикләүҙәр тәҡдим ителмәй. Ғәҙәти тауыштар – бала илауы, атлау йә крандан һыу аҡҡаны тынлыҡты боҙоу тип һаналмай. Юғиһә төн крандан йә унитаздан һыу ағыҙыуҙы ла тыйған илдәр бар. Авариялы хәл тыуа ҡалһа, ҡотҡарыу эштәренә лә штраф һалынмаясаҡ. Әммә төн музыка ҡысҡыртыу тынлыҡты боҙолоу тип һаналасаҡ.

Әгәр фатир квартиранттарға, ҡунаҡтарға ҡуртымға бирелгән булһа, талаптарҙың үтәлеше өсөн милексе яуаплы буласаҡ. Әле ғәмәлдә булған ҡануниәт буйынса зыянды кем килтергән, шул яуаплы, шул түләй, ә яңы закон бөтә яуапһыҙлыҡтар һәм зыяндар өсөн милексене яуаплы итеп ҡуя.

Йәнә шуныһы: күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡты уларҙың йортонда урынлашҡан магазиндар, матурлыҡ салондары йыш йонсота. Әлегә уларҙы йүгәнләгән закон юҡ. Торлаҡ кодексына индереләһе яңы үҙгәрештәр уларға ла ҡағыласаҡ. Юғиһә ул объекттар халыҡҡа ҙур ғына ҡыйынлыҡтар килтерә. Мәҫәлән, беҙҙең йортта ит, тәҙрә пәрҙәләре, ишек, кейем магазиндары, парикмахерский һ.б. бар. Ит магазинында ит сабалар, дөрөҫ, уныһы 10-дарҙа башлана, әммә барыбер гөрһөлдәк тауышы бер ҙә ҡолаҡты иркәләмәй. Ҡыш көнө иртәнге 6-нан 9-ҙарға тиклем тимер күтәрмәләрен даңғыр-доңғор килтереп ҡарҙан, боҙҙан таҙарталар. Беҙҙең өҫтәге фатирҙа бер ауырыу әбей йәшәй ине (күптән түгел мәрхүм булды). Төнө буйы аһ-уһ килеп, ауырып сыға, иртәнгә генә тауышы баҫыла, йоҡлап китәлер инде. Тик ул тыныуға баяғы тимер күтәрмәләр “йәнләнә”. Йыш ҡына йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғас, мин дә бының барыһын ишетеп, аптырап ятам. Мине лә иртәнге серемдән мәхрүм итә магазин йыйыштырыусылар.

Яңы закон, бәлки, халыҡты бындай ҡыйынлыҡтарҙан яҡларға булышлыҡ итер. Павел Качкаев әйтмешләй, субъекттарҙың ҡайһы берҙәрендә төнгө тынлыҡты һаҡлаусы үҙ закондары бар, тик федераль ҡарамаҡтағы полиция уларҙы күп ваҡыт һанға һуҡмай. Федераль закон сыҡһа, полиция хоҡуҡ боҙоусыларға ҡарата сара күрергә мәжбүр булыр.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Читайте нас: