+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2021, 22:22

БЫЛАЙ ҘА ТЫҒЫҘ УРАМДАРҒА САМОКАТСЫЛАР ӨҪТӘЛДЕ

Самокатсылар менән йәйәүлеләр араһында ҡыҙыу алыш бара. Самокатсыларға йәйәүлеләр ҡамасаулай, йәйәүлеләргә – самокатсылар. Самокатсылар автотранспорт йөрөгән урамдарҙа машина йөрөтөүселәргә, велосипед юлдарында велосипедсыларға ла ҡамасаулай.

Самокатсылар менән йәйәүлеләр араһында ҡыҙыу алыш бара. Самокатсыларға йәйәүлеләр ҡамасаулай, йәйәүлеләргә – самокатсылар. Самокатсылар автотранспорт йөрөгән урамдарҙа машина йөрөтөүселәргә, велосипед юлдарында велосипедсыларға ла ҡамасаулай.

Кисә киске 7-се яртыларҙа Өфөнөң “Мир” фирмаһы туҡтатылышында ҙур тиҙлектә килгән бер самокат магазиндан ҡайтып килгән 84 йәшлек бабайҙы бәрҙергән. Роберт Ғәлиәкбәров тигән был ирҙе самокатсылар эскәмйәгә алып барып ултыртҡан да юлдарын дауам иткән.

Әммә хәҙер бөтә нәмәне яҙҙырып торған камераларҙың ғмәл дәфтәренән был самокатсылар ҙа ситтә ҡалмаған. Уларҙың йәйәүлеләр юлы буйлап кәкерсәктәр яһай-яһай елдереп килгәне лә, бабайҙы бәрҙергәне лә, эскәмйәгә етәкләп алып барғаны ла яҙылған. Хәҙер уларҙың кемлеген асыҡлау менән мәшғүлдәр. Бабайҙың улы Альфред Ғәлиәкбәров әйтеүенсә, самокаттар Whoosh шеринг фирмаһыныҡы икәне асыҡлаған. Фирма аша табыу мөмкинлеге лә барҙыр.

Бабайҙың хәле ҡатмарлы, уның янбаш һөйәгенең муйыны һынған. Ул кәм тигәндә өс ай түшәктә ятырға тейеш була. Дауаханала операция яһап, һөйәккә Киршнер энәһен ҡуйғандар, пациентты тарттырыу ҡоролмаһына һалғандар. Бер нисә аҙнанан металл конструкция ҡуйыу өсөн ҡатмарлы операция яһарға тейештәр. Бына шундай бәләгә тарыған Ғәлиәкбәров магазинға ғына барып килергә сыҡҡан ерҙән.

Ҡәҙимге самокатты йөрөтөүҙе көйләгән закондар юҡ. Өфө адвокаты Роман Петров аңлатыуынса, электр самокатының ҡеүәте 250 кВттан ашһа, 50 км/сәғәт тиҙлектә йөрөһә, “М” категориялы таныҡлыҡ кәрәк (мопед йөрөтөүселәргә тигән категория). Ҡыҫҡаһы, ябай самокаттар – велосипедҡа, ҡеүәтлеләре мопедҡа тиңләштерелә.

Таныҡлыҡ талап ителмәгән электр самокаттарында велосипед юлдары буйлап ҡына йөрөргә мөмкин. Велоюл булмаһа, тротуарҙың уң яҡ сите буйлатып ҡына барыу фарыз. Ябай самокат транспорт сараһы тип һаналмай, уны йөрөтөүселәрҙе йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеп тә, штраф һалып та булмай, йәйәүле сифатында ғына ниндәй ҙә булһа яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин.

Велосипед юлдары бар, күп осраҡта айырым булмаһа ла, тротуар ситенән буяу менән генә тамғалап ҡуйылған юлдар улар. Йәйәүлеләрҙең дә төрлөһө бар. Ҡайһы берәүҙәре велоюлды айырып торған аҡ һыҙатҡа төкөрөп тә бирмәй, йәйелеп, рәхәтләнеп, яйлап бара бирә. Велосипедсы иҫкәртеп уҙһа, ҡәһәрҙәрен яуҙырып ҡала.

Самокат йөрөтөү ҡағиҙәләре көйләнһә, уны ҡулланыу мәҙәниәте үҙләштерелһә, был шәхси транспорт төрө уңайлы, экологик яҡтан таҙа, автомобиль тығындарынан бойондороҡһоҙ булырға һәм кәрәк урынға ваҡытында барып етергә мөмкинлек бирә.

Сығанаҡ: “Башинформ” 1, 2.

Читайте нас: