+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2021, 22:44

АҒИҘЕЛ БУЙЫНА АВТОБУС ЙӨРӨТӘ БАШЛАҒАНДАР

Ағиҙел буйы төҙөкләндерелде, йәмләнде, хәҙер унда ял итергә йөрөргә лә була. Тик ул тиклем алыҫҡа нисек барып етергә лә нисек әйләнеп ҡайтырға? Бигерәк тә оло йәштәгеләргә, үҙ транспорты булмағандарға, бала-сағалыларға, велосипедсыларға һәм самокатсыларға. Ә бына 12 июндән башлап уларға махсус автобус тәҡдим ителә башлаған икән.

Автобус Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге туҡталыштан ҡуҙғала һәм Яр буйына тиклем алып барып ҡуя. Көнөнә туғыҙ рейс яһай. Беренсе рейс – 14 сәғәттә, һуңғыһы – 22 сәғәттә, йәғни сәғәтенә бер рейс килеп сыға. Автобус бушлай йөрөтә.

Проектты «Башавтотранс» дәүләт пассажирҙар ташыу компанияһы менән «Сбер» банкы тормошҡа ашыра.

«Башавтотранс»та әйтеүҙәренсә, автобус ебәреү фекере йәмәғәтселәр һәм яр буйын төҙөкләндереү проекты менән шөғөлләнгән Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировтың осрашыуында тыуған.

Яр буйына халыҡ күберәк йөрөһә, бизнес та ылығып, ҡыҙыҡһынып китер, һәм был урынға төрлө хеҙмәттәр менән сауҙа ла килер, тип ышана ойоштороусылар.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Читайте нас: