+12 °С
Болотло
Фекер алышыу инде икенсе тапҡырға үткәрелә. Беренсеһендә ҡала халҡы проектты эшләүгә ҡағылышлы фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен әйткән.
Икенсе ултырышта архитекторҙар, элекке осрашыуҙа әйтелгән теләктәрҙе иҫәпкә алып, майҙан проектын ни рәүешле итеп күҙаллауҙарын тәҡдим иткән. Өфө архитекторҙары майҙан макетын эшләп килтергән. Майҙан күп үҙгәрештәр кисерәсәк. Проект заманса һәм бик йәмле булған, бәләкәстәрҙән өлкәндәргә тиклем бөтәһе күҙҙә тотолған. Беренсе нефтте асыусы монументы тағы ла мөһабәтерәк булып айырылып торасаҡ. Бына ошондай фекерҙәр әйткән проект тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар һәм макетҡа ҡарата үҙ тәҡдимдәрен, теләктәрен еткергән.