+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 18:44

«АТАЙ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ» ПРИЗЕРҘАРЫНЫҢ ИСЕМЛЕГЕ БАҪЫЛДЫ

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына конкурс иғлан иткәйне. Уға йомғаҡ яһалған. 27 кеше наградаға лайыҡ тип табылған. Бына улар:

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына конкурс иғлан иткәйне. Уға йомғаҡ яһалған. 27 кеше наградаға лайыҡ тип табылған. Бына улар:
Ғәүис Әхмәров (Краснокама районы),
Әлсур Әхмәтов (Туймазы районы),
Олег Байдуганов (Ҡалтасы районы),
Фәнзил Ғәбиҙуллин (Шишмә районы),
Алексей Гордеев (Дыуан районы),
Иван Грешняков (Бишбүләк районы),
Петр Жук (Өфө),
Тимур Йыһаншин (Өфө районы),
Владимир Ишмәтов (Өфө),
Раят Ишмөхәмәтов (Учалы районы),
Сафа Ишмөхәмәтов (Сибай),
Мәжит Ҡасҡынов (Баймаҡ районы),
Юрий Красноборов (Ҡариҙел районы),
Айнур Ҡорманаев (Дәүләкән районы),
Байрам Лоҡманов (Әбйәлил районы),
Александр Лукьянов (Туймазы районы),
Илдар Ниғмәтов (Көйөргәҙе районы),
Владимир Попов (Бәләбәй),
Константин Сергеев (Көйөргәҙе районы),
Әнүр Ташбулатов (Шишмә районы),
Хәлил Хәмзин (Өфө),
Владимир Хәмитов (Мишкә районы),
Сәлихйән Шакиров (Ауырғазы районы),
Владимир Шичин (Благовещен районы),
Олег Шрайнер (Өфө),
Тимур Шушунов (Туймазы районы),
Шәфҡәт Йосопов (Учалы районы).

Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, ваҡытлыса эш төркөмө етәксеһе Рәмил Рәхмәтов лайыҡлы кешеләрҙең бик күп булыуы, 184 ғаризаны һайлап алғас, улар араһынан бик ҡатмарлы фекер алышыуҙар юлы менән 27 кешене наградаға тәҡдим итеүҙәре тураһында һөйләгән. Был кешеләр балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнә, үҙҙәре әүҙем граждан позицияһында тора, сәләмәт тормош рәүеше алып бара, танылыу алған уңыштарға өлгәшкәндәр, балалары ла уңышлы, тигән ул.

Конкурсты Йәмәғәт палатаһы 2020 йылдың февраленән алып Башҡортостандың 2025 йылға тиклемге Ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрә.

Еңеүселәрҙе ҡотлау һәм наградаларҙы тапшырыу ваҡыты һуңыраҡ иғлан ителәсәк. Сама менән быйыл август-сентябрь тирәһендә үтер, моғайын.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: