+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 20:27

МЕҢ БӘЛӘЛӘР АША ҮТӘ БЫЛ БАЛА

Стәрлетамаҡтан Ваня тигән малайҙың тарихын күптәр ишеткәндер, моғайын. Әсәһе менән йәшәгән фатир ремонтланмағанға (бәҙрәфендә унитаз булмаған һәм ванна бүлмәһе эшләмәгән) опека органдары малайҙы балалар йортона оҙатҡан булған. Был турала күп баҫмалар яҙҙы.

Стәрлетамаҡтан Ваня тигән малайҙың тарихын күптәр ишеткәндер, моғайын. Әсәһе менән йәшәгән фатир ремонтланмағанға (бәҙрәфендә унитаз булмаған һәм ванна бүлмәһе эшләмәгән) опека органдары малайҙы балалар йортона оҙатҡан булған. Был турала күп баҫмалар яҙҙы.

Малай «Радуга добра» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы ирекмәндәренә мөрәжәғәт иткән. Ирекмәндәр ғаиләләге шарттарҙы тикшергән. Әсә кеше эскесе түгел, эш хаҡы 14 мең генә, тәҙрә ҡуйҙырған өсөн кредит түләй, ҡалған аҡса йән аҫрарға ғына етә, ремонт яһатырлыҡ мөмкинлеге юҡ, әлбиттә.

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ғаилә тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләгәндәр: 2019 йылда ғаилә социаль хәүефле шартта йәшәй тип табылған, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия баланы социаль приютҡа урынлаштырырға ҡарар иткән. Суд ҡарары менән 2020 йылдың декабрендә ҡатындың әсәлек хоҡуғын сикләгәндәр. Балаһы социаль үҙәктә саҡта әсәһе уның янына килмәгән, хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнешкә инмәгән, тиҙәр министрлыҡта.

Ирекмәндәр иһә ҡатындың эсмәгәнлеген, эшләп йөрөгәнен күргәс, уның фатирына үҙ көстәре менән ремонт яһарға ла малайҙы ҡайтарышырға булғандар. Бәҙрәфте ремонтлағандар, яңы унитаз ҡуйғандар, канализацияны таҙартҡандар, бүлмәләрҙе һәм кухняны ла рәткә килтергәндәр.

Әсә кеше менән психологтар эшләгән, уға ла йән кергән, күңеле күтәрелгән, балаһы эргәһенә даими барып йөрөй башлаған.

Малайҙы ирекмәндәр Ишембай кадет мәктәбенә индереүҙе юллағандар. Ул әңгәмәләшеүҙе үткән, имтихандарға әҙерләнә башлаған. Ирекмәндәр баланы әсәһенә ҡайтарыу буйынса судҡа документтар әҙерләү менән дә шөғөләнгән. Май аҙағында бала өйгә ҡайтырға тейеш булған.

Шулай ҡыуанып ҡына йөрөгәндә ҡот осҡос хәл булған: табиптар балала лейкоз тапҡан. Баланы дауаханаға һалғандар, уны тәрбиәләр өсөн дауаханаға әсәһе лә ятҡан. Хәҙер инде ирекмәндәр баланы дауалауға һәм дауаханала ятыу сығымдарына аҡса йыйыу иғлан иткәндәр. Шулай итеп, күмәк көс менән был эш тә барып сыҡҡан.

Әле килеп «Радуга добра» ойошмаһы етәксеһе Ивандың һауыға башлағаны тураһында хәбәр иткән. Уны реанимациянан палатаға күсергәндәр. Тиҙҙән Иван йүнәтелгән, йәмләнгән өйөнә әсәһе эргәһенә ҡайтыр, тип ышанайыҡ. Ирекмәндәрҙең бөтә кәртәләрҙе еңеп, йәшәүҙән төңөлә башлаған әсәне тергеҙеүгә, ауырыу баланы аяҡҡа баҫтырыуға һалған көсө бушҡа китмәгән генә булһын инде.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Читайте нас: