+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 23:23

РӘСӘЙҘЕҢ ЙӘШ ГРАЖДАНДАРЫНА ПАСПОРТ ТАПШЫРЫЛДЫ

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты йүнәлештәренең береһе уҡыусыларҙа патриотик һәм гражданлыҡ хистәрен тәрбиәләүҙе күҙҙә тота. Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын тапшырыу тантанаһы, тормоштағы мөһим ваҡиға булараҡ, балаларға уның әһәмиәтен аңларға, Тыуған иленә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.

Рәсәй көнө байрамы алдынан Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында райондың 14 йәше тулған ун өс үҫмеренә паспорт тапшырыу тантанаһы булды.
Хакимиәттең Йәштәр эштәре, физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Марсель Рәхмәтуллин менән РФ Эске эштәр министрлығының Нуриман районы буйынса бүлексәһенең миграция мәсьәләләре бүлеге начальнигы Светлана Фазлетдинова балаларҙың тормошонда яңы осор башланыуы менән ҡотланы һәм паспорт тапшырҙы.
Сығанаҡ: Нуриман район хакимиәте.
Читайте нас: