+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2021, 15:18

ТЕГЕ САМОКАТСЫЛАР ДҮРТӨЙЛӨНӨКӨ БУЛЫП СЫҠҠАН

12 июндә “Мир” фирмаһы” туҡталышында электр самокаты 84 йәшлек Роберт Ғәлиәкбәровты бәрҙергәне һәм уның ныҡ имгәнеп дауаханаға эләккәне тураһында хәбәр иткәйнек.

12 июндә “Мир” фирмаһы” туҡталышында электр самокаты 84 йәшлек Роберт Ғәлиәкбәровты бәрҙергәне һәм уның ныҡ имгәнеп дауаханаға эләккәне тураһында хәбәр иткәйнек.
Самокат бәрҙергәндән йығылып янбаш һөйәге муйынын һындырған ирҙе самокатсылар эскәмйәгә ултырта ла тая. Бабай әле дауаханала, һөйәккә Киршнер энәһе ҡуйылған, өс айҙан металл конструкция ҡуйыу операцияһы булырға тейеш. Был хаҡта беҙ яҙғайныҡ инде.
Роберт Ғәлиәкбәров ғүмер баҡый ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләгән. Улы Альфред әле атаһына бик ауыр булыуы, һыҙланыуы тураһында әйткән. Ғәлиәкбәровтың яҡындары, бер көн эсендә фото- һәм видеоматериалдар йыйып, полицияға тапшырған һәм, сәғәте-минуты, маршруты менән самокатсыларҙың юлын күрһәтеп, бабайҙы бәрҙерткән кешеләргә самокаттарҙы арендаға биргән Whoosh шеринг компанияһына ғариза ебәргән.
Бөгөн 15 июндә ғәйепләнеүселәрҙе тотҡандар. Улар Дүртөйлө районы кешеләре булып сыҡҡан.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: