+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 18:58

ЭСТОНИЯЛА САЛАУАТ БАТЫРҘЫ ИҪКӘ АЛҒАНДАР

Бөгөн — батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Ошо уңайҙан Эстониялағы милләттәштәребеҙ Рәсәй Илселегенең рәсми вәкиле менән бергә Салауат Юлаев һәйкәленә барған. Был турала «Башинформ»ға «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Флүзә Хәйруллина хәбәр иткән.

Таллин ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы йыл һайын Палдиски ҡалаһына барып, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һала, доға ҡыла. Быйыл эстон башҡорттарына Рәсәй Федерацияһының Эстон Республикаһындағы Илселегендә яңы эш башлаған яҡташы Салауат Мөхәмәтов ҡушылған. Сарала сыуаш һәм мари мәҙәни ойошмаһы вәкилдәре Людмила Ямурзина менән Надежда Григоренко ла ҡатнашҡан. Улар ҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм әлеге көндә Эстонияла йәшәй икән.

Атаһы Юлай Аҙналин менән бергә Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Падиски ҡалаһы) ғүмерлек һөргөнгә ебәрелгән (1775–1800) батыр Салауат Юлаев тураһындағы хәтерҙе “Ағиҙел” ойошмаһы ҡәҙерләп һаҡлай.

Палдиски ҡалаһындағы скверҙа Салауат Юлаев һәйкәле тора (авторы – Тамара Нечаева). Эстонияның Тарту Дәүләт архивында Салауатты, уның атаһын, шулай уҡ Ҡәнзәфәр Усаевты бикләп тотоу хаҡында документтарҙың төп нөсхәләре һәм Салауат Юлаевтың үлеме тураһында рапорт һаҡлана. Милли батырҙың 260 йыллығына рус һәм эстон телдәрендә «Эстония Салауат Юлаевты онотмай» тигән китап донъя күргән.

Сығанаҡ: "Башинформ".
Читайте нас: