+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 17:16

ВЛАДИМИР ПУТИН МЕНӘН АҠШ ПРЕЗИДЕНТЫ ДЖО БАЙДЕН АРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘР БАРА

Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Джо Байден менән һөйләшеүҙәр үткәрер өсөн Женеваға килгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ Президенты Джо Байден менән һөйләшеүҙәр үткәрер өсөн Женеваға килгән.

Рәсәй – Америка консультациялары тар даирәлә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров һәм АҠШ дәүләт секретары Энтони Блинкен ҡатнашлығында башланған. Был турала Рәсәй Президентының рәсми селтәр ресурсы kremlin.ru хәбәр итә.

РИА Новости белдереүенсә, һөйләшеүҙәр өс өлөштән торасаҡ: береһе – тар даирәлә, икеһе киңәйтелгән даирәлә үтәсәк. Улар йәмғеһе 4 сәғәт 45 минутҡа иҫәпләнгән.

Был саммит 2018 йылдан һуң тәүләп үтә. 2018 йылғыһында Владимир Путин Хельсинкиҙа элекке АҠШ президенты Дональд Трамп менән осрашҡайны.

Читайте нас: