+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2021, 14:32

«ЙЫЛ ҒАИЛӘҺЕ» КОНКУРСЫ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ АСЫҠЛАНҒАН

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре асыҡланған. Быйыл конкурс «Минең ғаиләм – минең Рәсәйем» тигән девиз аҫтында бара һәм ғаилә абруйын, ғаилә ҡиммәттәрен, ата-әсә яуаплылығын үҫтереү, социаль яуаплы ғаиләләрҙең, династияларҙың тәжрибәһен таратыу маҡсатын ҡуя.

Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре асыҡланған. Быйыл конкурс «Минең ғаиләм – минең Рәсәйем» тигән девиз аҫтында бара һәм ғаилә абруйын, ғаилә ҡиммәттәрен, ата-әсә яуаплылығын үҫтереү, социаль яуаплы ғаиләләрҙең, династияларҙың тәжрибәһен таратыу маҡсатын ҡуя.

«Алтын ғаилә» номинацияһында Мәләүез районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе еңгән. 50 йыл йәшәгән был ғаилә дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Ғаилә башлығы Зиннәт Низам улы Мәхмүтов – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, күп һанлы рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән. Алдынғы механизатор ғына түгел, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ та билдәле. Ҡатыны Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы Мәхмүтова 40 йыл буйы фельдшер булып эшләгән, почет грамоталары менән бүләкләнгән.

«Күп балалы ғаилә» номинацияһында Краснокама районынан Дербеневтар ғаиләһе алдынғы тип табылған. Ғаилә 12 йыл бергә, 28 бала тәрбиәләй, уларҙың 23-ө – ғаиләгә ҡабул ителгән балалар. Дербеневтар муниципаль, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша, уларҙа яулаған наградалары күп.
Ғаилә башлығы Аис Нәзиф улы үҙ ҡулы менән өй һалған, балаларын да һөнәрҙәргә өйрәтә. Гөлсирин Фәйзулла ҡыҙы – «Ҡояшҡай» ғаиләгә бала алыусы ата-әсәләр клубы рәйесе, был клуб районда инде һигеҙенсе йыл эшләй.

Салауат районынан Хәйрисламовтар ғаиләһе «Йәш ғаилә» номинацияһында еңеп сыҡҡан. Айбулат Айсыуаҡ улы менән Ирина Ринат ҡыҙы 9 йыл элек өйләнешкән, ике бала үҫтерәләр. Ғаилә «Йәш ғаилә – 2020» конкурсында еңгән. Ғаилә башлығы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, Ирина Ринат ҡыҙы – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, педагогтар араһында үткәрелгән төрлө конкурстар еңеүсеһе.

«Ауыл ғаиләһе» номинацияһында Бишбүләк районынан Сираевтар беренселекте алған. Улар ун йыл бергә, ике бала үҫтерәләр. Ғәзиз Рифғәт улы үҫемлекселек һәм һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә, «Рәсәй саңғы юлы» ярышы призеры, Республика ирҙәр форумында, «Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашҡан.
Зүлиә Дамир ҡыҙы ижтимағи әүҙем тормош менән йәшәй, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Республика самауыр конкурсында гран-при яулаған.
«Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияһында Өфө районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе беренсе булған. Был татыу ғаиләлә өс бала үҫә. Күп һанлы конкурстарҙа ҡатнашҡандар, приздар яулағандар. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2021» конкурсының бер номинацияһында беренсе урынды, «Урал батыр» халыҡ эпосын һөйләүсе йәш быуын конкурсында ла беренселекте яулағандар.
Республика конкурсы еңеүселәре «Йыл ғаиләһе» конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡтар, тигәндәр БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. Конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү Мәскәүҙә үтәсәк.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: