+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 16:07

6 ИЮЛДӘ БӨРЙӘНДӘ АҠБУҘАТ ҺӘЙКӘЛЕ АСЫЛА

VI Бөтә донъя CIOFF® фольклориадаһы барышында Бөрйән районында ҡанатлы Аҡбуҙат һәйкәлен асыу тантанаһы үтәсәк. Оҙаҡ көтөлгән был ваҡиға 6 июлдә Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә булып, унда Көнсығыш фестиваль округында (Әбйәлил, Бөрйән райондары, Учалы, Сибай, Белорет ҡалалары) сығыш яһарға тейешле делегациялар ҡатнашасаҡ.

Сара тамашасыларҙы башҡорттарҙың бай милли мираҫы менән таныштырасаҡ, Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө сығышы менән тамамланасаҡ.

Аҡбуҙат һәйкәле – башҡорт эпик ҡомартҡылары буйынса ҡуйылған тәүге һәм берҙән-бер һәйкәл. Ул Кәҫле архитектура-художество ҡойолмалар заводында суйындан ҡойолған. Авторы – билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең бейеклеге – 5 метр, аттың бейеклеге – 3,5 метр. Һәйкәл төҙөлөп ятҡан “Шүлгәнташ” музейы менән бер туристик комплексҡа инә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Читайте нас: