Туҡыу станогы ололарға ла, балаларға ла ҡыҙыҡ. Берәүҙәргә уның тарихын тыңлау, нисек эшләгәненә күҙ һалыу етә, икенселәр үҙ ҡулдары менән нәмәлер эшләп ҡарарға, артабан да ҡул эше менән етди шөғөлләнергә ҡарар итә.
Туҡыу станогы китапхананың ижад зонаһында урынлашҡан. Ошонда Балалар сәнғәт мәктәбенең дәрестәре лә үтәсәк.
Китапханаларҙы заманса үҙгәртеү һәм йыһазландырыу “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бара.