+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 16:36

УМАРТАСЫЛАРҒА ЯРҘАМ ВӘҒӘҘӘ ИТӘЛӘР

Башҡортостанда урмандарҙы ишһеҙ күбәләккә ҡаршы эшкәрткәндә зыян күргән умартасыларға ярҙам итергә булғандар. Уларға яңы күстәр алыуға аҡса бүленәсәк. Был хаҡта «Инстаграм»дағы аккаунтында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин яҙған.

«Был фотоларҙы мин Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары умартасыларынан алдым. Беҙҙең баллы республика өсөн ҡот осҡос күренеш. Фермерҙар ярҙам һорай. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 2000-дән ашыу бал ҡорто күсе һәләк булған. Сәбәбе — урмандарҙы ебәк күбәләгенә ҡаршы ағыулау. Бөгөн проблеманы ныҡлы өйрәндем», – тигән ул һәм умартасылар күргән зыян иҫәпләнәсәге, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында фермерҙар үҙ сығымдарын тиҙ арала ҡаплатыр өсөн нимәләр эшләргә тейешлеге тураһында ҡулланмалар эшләнәсәге, умартасыларға хәбәр еткереү системаһы камиллаштырыласағы тураһында яҙған.

Ведомство-ара төркөм вәкилдәре зыян күргән райондарға барған. Улар зыян күргән умарталыҡтарҙы тикшергән. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Хәйбулла райондарында 2562 күстең өлөшләтә зыян күргәне, 32 күстең тулыһынса һәләк булғаны асыҡланған.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: