Бер цилиндрлы АПД-200 180 ат көсөнә тиклемге ике тактлы поршенле авиация двигателдәре теҙмәһендә төп двигатель булып тора. Ул үтә еңел һәм еңел авиация өсөн ике тактлы двигателдәргә ихтыяжды тулыһынса ҡаплай. Был двигатель пилотлы һәм пилотһыҙ аппараттарға, самолеттар, вертолеттар һәм конвертопландарға ярай.
Двигатель функциональ һынауҙарҙы ӨДАТУ стендында үткән. Двигателдең төп күрһәткестәре раҫланған: максималь ҡеүәте – 32 ат көсө, ҡоро массаһы – 18 кг. Был күрһәткестәр донъя кимәленә тап килә һәм Рәсәй өсөн уникаль булып тора. Әле ышаныслылыҡ һәм яғыулыҡҡа һаҡсыллыҡ күрһәткестәре буйынса эш дауам итә.
Һынау өлгөһөн күрһәткән саҡта ӨДАТУ менән моторҙар эшләү предприятиеһы араһында яңы двигателде ватан һәм донъя авиация двигателдәре баҙарына сығарыу буйынса аныҡ аҙымдар тураһында һөйләшеүҙәр ҙә барған.