-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 22:56

ДУМАҒА ДЕПУТАТТАР ҺАЙЛАУ КӨНӨ ИТЕП 19 СЕНТЯБРЬ БИЛДӘЛӘНГӘН

Рәсәй Президенты Владимир Путин һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлауҙы 19 сентябрҙә үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Шулай итеп, парламент кампанияһына рәсми старт бирелгән. Өс айҙан ил халҡы 450 федераль депутатты һайлаясаҡ. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылған.

Яҡын көндәрҙә РФ Үҙәк һайлау комитеты тауыш биреү тәртибен раҫлаясаҡ. Ул күп көнлө булыр (өс көндән артыҡ түгел) тип көтөлә, шулай уҡ ете төбәктә тауыш биреүҙең ҡәҙимге генә түгел, электрон форматы ла ҡулланылыры билдәле.

Дәүләт думаһы депутаттары менән бергә төбәк һайлау кампаниялары ла үтәсәк. РФ-тың 12 субъектында губернатор һайлаясаҡтар, тағы 39 субъектта закондар сығарыу йыйылыштарына депутаттар һайлау буласаҡ.

Өфөлә 19 сентябрҙә ҡала Советына депутаттар һайланасаҡ.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: