+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 22:32

ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ЭЛЕККЕ ЕНӘЙӘТ АСЫЛҒАН

Салауат район-ара суды егерме йыл элек ҡылған енәйәте өсөн 45 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарған.

Салауат район-ара суды егерме йыл элек ҡылған енәйәте өсөн 45 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарған.

Башҡортостан Прокуратураһы матбуғат хеҙмәте материалдарынан күренеүенсә, 2001 йылдың майында был ир Дыуан районы Мәсәғүт ауылы автовокзалы эргәһендә 16 йәшлек ҡыҙҙы күреп, кәрәк урынына алып барырға тәҡдим итә. Ҡыҙға Өлкөндө ауылына барырға кәрәк була. Юлда ир урман һыҙатына борола һәм ҡыҙҙы көсләй, шунан быуып үлтерә, йән биргәс тә уға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Мәйетте автомобилгә трос менән таҡтырып, урман төпкөлөнә илтеп ташлай. Ҡыҙҙың ата-әсәһе хәүефләнеп ҡыҙҙарын шунда уҡ эҙләй башлай. Мәйетте ярты йылдан ғына табалар.

Ғәйепләнеүсе 1998–2003 йылдарҙа Свердловск өлкәһендә туғыҙ йәштән ун һигеҙ йәшкә тиклемге 11 ҡыҙҙы көсләгән, уныһын үлтергән. Ике осраҡта ҡорбандар тере ҡалған була. Береһендә ҡыҙ бик ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә һәм ул уны машинаға ултырта алмай. Икенсеһе осраҡта тере ҡорбанын үлгән тип уйлай.

2005 йылда ошо енәйәттәре өсөн Петров ғүмерлеккә ултыртып ҡуйыла. Иҫән ҡалған ике ҡыҙ ҙа уны таный.

Новоуральскиҙан Петров иң беренсе тапҡыр 17 йәшендә компьютер урлап хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙенә эләгә. Ул саҡта еңел ҡотола. Армияла командирын саҡ үлтермәй ҡала. Эште хәрби прокуратура яба. Шунан слесарға уҡып сыға. Атаһы менән бергә комбинатта эшләй. Граждан никахында улы тыуа.

Башҡортостан тәфтишселәре Дыуан районында үлтерелгән уҡыусы ҡыҙға ҡағылышлы енәйәттең Евгений Петров ҡылған енәйәттәр менән оҡшашлығын күргәс, тикшереүҙе ошо юҫыҡҡа йүнәлтә.

Ошо енәйәттәре өсөн ул ғүмерлеккө иркенән мәхрүм ителеп, әле хөкөм язаһы үтә.

Мәсәғүттәге енәйәте өсөн суд уны 12 йылға иркенән мәхрүм итергә хөкөм итә һәм айырым режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү тураһындағы хөкөм ҡарарына ҡушыла.

Башҡортостан буйынса Рәсәй Тәфтиш комитеты фотоһы.

Сығанаҡ: “Башинформ”, 1, 2.
Читайте нас: