+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 20:09

ИҢ БИЛДӘЛЕ ҠАРШЫН – РУДОЛЬФ НУРИЕВ

Кушнаренкола Ҡаршын ырыуының йыйыны үткән. Әле ҡаршындар башлыса Өфө, Благовар, Кушнаренко райондарында йәшәй. Йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре, ғалимдар, яҙыусылар, төбәктең тарихын өйрәнеүселәр, ҡаршын ырыуы делегаттары ҡатнашҡан.

Кушнаренкола Ҡаршын ырыуының йыйыны үткән. Әле ҡаршындар башлыса Өфө, Благовар, Кушнаренко райондарында йәшәй. Йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре, ғалимдар, яҙыусылар, төбәктең тарихын өйрәнеүселәр, ҡаршын ырыуы делегаттары ҡатнашҡан.

Ғалим Салауат Хәмиҙуллин ҡаршын ырыуы тарихын һөйләгән. «Әлеге ваҡытта ҡаршындар күршеләш өс районда йәшәй. Әммә уларҙың төп ерҙәре ошонда. Шәрип ауылын данлы башҡорт старшинаһы Шәрип Мерәков нигеҙләгән. Заманы өсөн ул отҡор аҡыллы, алдынғы ҡарашлы кеше булған. Уның хатта Өфөлә ҙур йорто булған, ә был ул ваҡытта ҙур ҡаҙаныш һаналған», — тигән Салауат Хәмиҙуллин.

Ҡаршындар араһында киң билдәле шәхестәр күп. Уларҙың иң билдәлеһе — Рудольф Нуриев. Социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов данлыҡлы бейеүсенең шәжәрәһе менән таныштырған, ғаилә архивынан фотолар күрһәткән.

«Рудольфтың атаһы Хәмиттең тамырҙары — Википедияла яҙылғанса Әсәндә түгел, ә Кушнаренко районы Шәрип ауылында. Был архив документтары менән иҫбатланған. Хәмит Нуриев хәрби кеше булған һәм улының бейеү менән мауығыуын хупламаған, сөнки быны «ирҙәр эше» түгел тип һанаған. Ләкин ул шөғөлөн барыбер ташламаған һәм буй етмәҫ бейеклектәргә өлгәшкән. Бөйөк маэстроның бейеү оҫталығы нигеҙендә башҡорт халҡының рухи көсө һәм темпераменты ята», — тигән Илгиз Солтанморатов үҙенең сығышында.

Икенсе бер сәхнә оҫтаһы Хашим Мостаев та ҡаршын ырыуынан. Танылған вәкилдәр иҫәбенә йәнә яҙыусы Фәйзрихман Вәлиев; медицина фәндәре докторы, Ставрополь медицина институты профессоры Альберт Вафин; Башҡортостандың беренсе профессиональ ҡатын-ҡыҙ археологы, тарих фәндәре кандидаты, Көньяҡ Уралдың сармат археологияһына нигеҙ һалған Мәхмүҙә Садиҡова; Советтар Союзы Геройы Сәлих Вәлиев; Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Мөхәмәт Арыҫланов һәм башҡа күптәр инә.

Йыйында ҡаршын вәкилдәре лә сығыш яһаған, ырыуҙаштарының элеккеһе һәм бөгөнгө тормошо тураһында һөйләгән. Пленар өлөш тамамланғас, Ырыу советы һәм уның рәйесе һайланған, ырыу гимнын тыңлағандар һәм раҫлағандар. Гимн авторы – райондың Мәмәк ауылынан Рида Минһажева.

Йыйын эстафетаһын Йылайыр районы ҡабул иткән, унда 19 июндә Түңгәүерҙәр йыйыны була.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Читайте нас: