+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 21:43

ВАКЦИНА ҠАҘАТЫУ, КОРОНАВИРУСҠА БӘЙЛЕ ХӘЛ ТУРАҺЫНДА БӨТӘ МӘҒЛҮМӘТ – ОШОНДА

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ковидҡа ҡаршы юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.

Илдә эпидемиологик хәл тағы киҫкенләшә башланы. Шуға республикала ла сикләүҙәр индерелә. Республикала хәл сағыштырмаса һәйбәт, ләкин дауаханаларҙы тағы ауырыуҙар менән тултырыуға ҡарағанда хәҙергә бер аҙ тыйылыбыраҡ көн итеү хәйерле.

21 июндән 2 июлгә тиклем республика халҡына парк, сауҙа үҙәге, уйын майҙансығы кеүек күп кешеле урындарға йөрөмәй торорға кәңәш ителә. Хеҙмәтләндереү өлкәһенә, мәҙәни һәм спорт сараларын үткәреүгә ҡәтғи сикләүҙәр ҡуйыла.

Театрҙарға, спортзалдарға һәм матурлыҡ салондарына йөрөү түбәндәгеләргә рөхсәт:

*вакцина алған кешеләргә (электрон йә ҡағыҙҙағы сертификатты күрһәтергә);

*18 йәшкә тиклемге балаларға;

* һаулыҡ торошо буйынса вакцинация рөхсәт ителмәгәндәргә (медицина ойошмаһының справкаһы буйынса);

*вакцинаның беренсе компонентын алғандарға (медицина ойошмаһының справкаһы буйынса).

29 июндән башлап был талап түбәндәге предприятиеларға ҡағыла:

— йәмәғәт туҡланыуы (10 һәм унан күберәк урынлы ресторандар, кафелар);

— матурлыҡ салондары, косметика, СПА-салондар, массаж салондары, солярийҙар, мунсалар, сауналар;

— физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар;

— санаторий-курорт ойошмалары;

— студент ятаҡтары.

Мәҙәни-күңел асыу объекттары

22 июндән ошо уҡ талаптар ябыҡ биналарҙа эшләүсе музейҙарға, күргәҙмәләргә, китапханаларға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына (һарайҙарына), төнгө клубтарға (дискотекаларға), ябыҡ биналарҙа үтә торған башҡа физкультура һәм спорт сараларына ҡағыла.

Ишек төбөндә контролерҙар билет менән бергә справкаларҙы ла тикшереп торорға тейеш була.

Сараға барыуҙан баш тартҡан осраҡта билеттар кире ҡабул ителә.

Транспорт

29 июндән вакцина алыу тураһында сертификат йә һаулыҡ торошо буйынса вакцинация рөхсәт ителмәү справкаһы ҡала-ара маршруттарҙағы автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына ла кәрәк була.

Белем биреү учреждениелары

21 июндән республиканың бөтә белем биреү учреждениеларына «ковидҡа ҡаршы» режим индерелә.

Вуздарға, колледждарға инеү өсөн документтар тапшырыу, инеү имтихандары һәм һынауҙары, апелляцияларҙы ҡарау — бөтәһе лә дистанцион режимда үтәсәк.

18 йәше тулған һәм вакцина алыуы тураһында сертификаты йә һаулыҡ торошо буйынса вакцинация рөхсәт ителмәү справкаһы, йә булмаһа ПЦР тикшереүендәге кире күрһәткесе тураһында справкаһы булғандар үҙҙәре килһә лә була.

Роспотребнадзор тикшереүҙәре

21 июндән Роспотребнадзор белгестәре, сауҙа объекттарына, транспортҡа көн һайын рейдтарға сығып, маска режимы һаҡланыуын, предприятиеларҙа ҡулды дезинфекциялау саралары булыуын, ишек төбөндә термометрия үткәрелеүен тикшереп торасаҡ.

Антителолар булыуы һаулыҡ торошо буйынса вакцина ҡаҙау рөхсәт ителмәүе справкаһы алыуға нигеҙ була аламы?

Антителолар булыуы COVID-19-ға ҡаршы вакцина алыуға ҡаршылыҡ тыуҙырмай, прививканан баш тартыуға нигеҙ була алмай, тигән һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

COVID-19-ҙан һаулыҡ торошо буйынса вакцина ҡаҙатмау өсөн нигеҙҙәр:

— препарат компоненттарына үтә һиҙгерлек;

— аллергик ауырыуҙарҙың ауыр төрҙәре;

— элгәрге вакцинаға реакция йә унан һуң ҡатмарлашыуҙар күҙәтелеүе;

— киҫкен йоғошло һәм йоғошһоҙ ауырыуҙар, киҫкенләшкән стадиялағы хроник ауырыуҙар;

— иммунодефицит (беренсел);

— ҡан яман шеше һәм яңы барлыҡҡа килгән шештәр (дауалаусы табип менән консультациянан һуң ғына вакцина ҡаҙатыу мөмкин);

— йөклөлөк һәм бала имеҙеү осоро;

— 18 йәшкә тиклемге балалар (балаларҙа вакциналарҙы клиник һынау һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәттәр булмағанлыҡтан уларға прививка яһалмай).

Әле төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл ниндәй?

Ауырыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Бер аҙна элек тәүлегенә 90 ауырыу теркәлһә, үткән тәүлектә – 100 яңы осраҡ, бөгөн 109 теркәлгән. Республика хәлдең насарланыуына әҙер. Башҡортостанда әле дүрт төп ковид-госпиталь эшләй: Өфөләге 18-се дауахана, 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы, Зубовтағы һәм Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдәр.

Ҡайҙа прививка эшләтергә?

Яңы коронавирусҡа ҡаршы вакцина алыу өсөн (347) 218-19-19 номерына шылтыратып, шулай уҡ йәшәгән урындағы поликлиникала йә «Госуслуги» сайтында яҙылырға була.

Республикала 178 вакцинация пункты эшләй. Улар поликлиникаларҙа, Өфөнөң һәм Стәрлетамаҡтың эре сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан. Ҙур предприятиеларға барып, вакцинация үткәреү мөмкинлеге лә бар, шулай уҡ республика райондары буйлап «сәләмәтлек поездары» йөрөй. Ял һәм байрам көндәрендә парктарға һәм башҡа йәмәғәт урындарына мобиль ФАП-тар сыға.

Өс төрлө вакцинаның ҡайһыһын ҡаҙатырға икәнен үҙең һайларға мөмкинме?

Вакцина һайлау — табиптың хоҡуғы. Ул пациент менән аралаша, уның сәләмәтлек торошона, хроник ауырыуҙарына ҡарап, варианттар тәҡдим итә. Әле табиптар өс вакцинаның — «Спутник V», «ЭпиВакКорона», «КовиВак» – береһен һайлай ала. Вакцина тиҙ арала тотонолоп бөтөп тора, аҙнаһына уртаса 2 партия килә, улар медицина учреждениеларына бүлеп бирелә.

Прививкаға ниндәй реакция булырға мөмкин?

Инъекциянан һуң температура күтәрелеүе, гриптағы кеүек өшөтөүе мөмкин, был – организмдың ғәҙәти реакцияһы һәм бер-ике көндән үтә. Юғары температуранан парацетамол эсергә мөмкин. Хәлеңә ҡарап, хатта табип саҡыртырға ла була. Тәүлегенә 2 литрға тиклем һыу, сәй, компот, морс-фәлән эсергә кәңәш ителә. Вакцинациянан һуң тәүге көндәрҙә бер ергә лә йөрөмәйенсә, үҙеңде күҙәтеүҙә тотоу яҡшы.

Вакциналау һөҙөмтәһен нисек алырға?

Электрон сертификатты былай алалар: прививканан һуң медиктар белешмәне берҙәм прививкалар реестрына индерә. Унан мәғлүмәт “Госуслуги” порталындағы шәхси кабинетығыҙға китә. Беренсе этаптан һуң бер тәүлек эсендә мәғлүмәт унда барып етә. Кеше үҙен күҙәтеү көндәлеген тултыра ала. Прививка тураһындағы сертификат икенсе прививканы ҡаҙатҡас та килә. Шунда уҡ мәғлүмәтте уҡый торған QR-код та була.

Госуслуги”ҙа иҫәп яҙмаң булмаһа, ни эшләргә?

Бындай осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәре махсус сертификат бирә.

Коронавирустан вакцинаһы булмаған студенттарҙы ысынлап та ятаҡҡа урынлаштырмайҙармы?

Урынлаштырмайҙар. БДМУ ректоры Валентин Павлов та быны раҫлаған.

Вакцинаның түләүлегә әйләнеүе ихтималмы?

Ихтимал. «Вакцинацияның 60 процентҡа тиклеме дәүләт гарантияһы программаһы менән ҡарала. Ул түләүһеҙ, шуға өлгөрөргә кәрәк», — тигән бөгөнгө брифингта БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Башҡортостанда тағы локдаун индерелеү мөмкинме?

«Ауырыусылар һаны буйынса үҫеш күҙәтелһә, беҙ дауаханаларҙа ауырыуҙарҙың хәле ауырайыуын күрһәк, медиктарға яңы ковид-госпиталдәр асырға тура килһә, төбәктә, шул иҫәптән ҡәтғи сикләү сараларын да индереп, башҡа саралар ҙа ҡулланырға тура киләсәк», — тигән «Башинформ»ға республиканың баш санитар табибы Анна Казак.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Читайте нас: