+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2021, 17:22

«ӘМИЛӘ» ФЕСТИВАЛГӘ БАРА

III «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестиваленең эксперттар советы программаға һайлап алған 14 спектакль араһында Башҡорт академия драма театрының «Әмилә» постановкаһы ла бар. Фестиваль 11–19 сентябрҙә Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында үтәсәк.

III «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестиваленең эксперттар советы программаға һайлап алған 14 спектакль араһында Башҡорт академия драма театрының «Әмилә» постановкаһы ла бар. Фестиваль 11–19 сентябрҙә Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында үтәсәк.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Николай Крашенинниковтың «Әмилә» романы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы былтыр декабрҙә булғайны.

Театр рус яҙыусыһының был әҫәрен беренсе тапҡыр сәхнәләштерҙе. Роман 1915 йылда ижад ителгән һәм Әмилә исемле етем башҡорт ҡыҙының тарихын һүрәтләй. Әмиләне Ырымбур өлкәһендә рус дворянкаһы Анна Петровна үҙ балаһы кеүек итеп үҫтерә. Һәйбәт тәрбиә һәм белем алған ҡыҙға лайыҡлы ир булырҙай егет тә осрай, әммә ҡан тартыуы көслөрәк булып сыға, Әмилә далаға үҙенекеләр янына китә. Спектаклде ҡуйыусылар төп тема итеп төп героиняның үҙенең кемлеген таныуын ҡуя. Әмилә башҡорттарҙың тормошон үҙгәртергә теләй, ул беренсе ҡатын-ҡыҙ мәғрифәтсе булырлыҡ дәрәжәлә.

Роман буйынса инсценировканы театр бүлеге мөдире Азалия Балғазина яҙған. Спектаклдә актерҙар өс телдә — рус, башҡорт һәм француз телдәрендә һөйләшә.

Постановканың художество етәксеһе, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов Башҡорт драма театрының үҙ Наташа Ростоваһы булыуын теләгән. Уны башҡорт һәм рус, мосолман һәм православие диндәрен берләштергән тема ылыҡтырған.

Спектакль синтетик жанрҙа ҡуйылған, драматик күренеш музыка һәм хореографик пластика менән байытылған. Режиссер-хореграфы – Алина Мостаева. 2020 йылда Мәскәүҙән ҡайтҡан Алина Әмилә образында үҙен дә күрә.

«Был тарих – бөгөнгө һеҙҙең менән беҙҙең турала. Кемлегеңде таныу темаһы –спектаклдең төп темаларының береһе. Беҙҙең ҡандар шул тиклем буталып бөткән, шуға милләтеңде, динеңде, үҙеңде, тәғәйенләнешеңде табыу бик мөһим», — ти Алина Мостаева.

Төп героиня образын Гөлнара Ҡаҙаҡбаева ижад иткән. Спектаклдә шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлнара Әмирова, Алмас Әмиров, Алһыу Ғәлина, актер Урал Әминев уйнай. Кескәй Әмиләне 8 йәшлек Фатима Нуриева башҡара.

Ҡатмарлы, ҡатлы-ҡатлы музыкаль партитура Петербург композиторы Олег Гудачёв музыкаһын, Рахманинов вокализын, Урал Иҙелбаев пьесаларын, Алһыу Бәхтиева башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын, актер Сәғиҙулла Баййегеттең ҡурай моңон берләштерә.

Тамашаны бик әҙ һанлы реквизит менән Санкт-Петербург рәссамы Екатерина Малинина биҙәгән.

Сығанаҡ: “Башинформ” 1, 2.

Читайте нас: