-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июнь 2021, 11:30

Ә ҺЕҘҘЕҢ БАЛАЛАР НИСЕК ЯЛ ИТӘ?

Түбәнге Балтас урта мәктәбендә «Йәш спецназсы» профилле сменаһы эшләй. Ул балаларҙы сәләмәт тормошҡа әҙерләү, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатын ҡуя.

Түбәнге Балтас урта мәктәбендә «Йәш спецназсы» профилле сменаһы эшләй. Ул балаларҙы сәләмәт тормошҡа әҙерләү, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатын ҡуя.
Йәш спецназсылар пневматик винтовканан атырға, противогаз һәм дөйөм ғәскәр һаҡ комплектын кейергә, Калашников автоматын йыйырға һәм һүтергә өйрәнә, саф менән хәрәкәт итеү алымдарын үҙләштерә. Үҫмерҙәр шулай уҡ дөйөм физик әҙерлек менән шөғөлләнә, хәрби хеҙмәт, хәүефһеҙ йәшәйеш нигеҙҙәрен, экстремаль һәм ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында эш итеү күнекмәләрен өйрәнә.

Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары мемориалын тәрбиәләп тота.
Балалар менән хәүефһеҙ йәшәйеш нигеҙҙәре уҡытыусыһы Радмир Ғөбәев шөғөлләнә.

Ә һеҙҙең балаларҙың ялы нисек үтә?

Сығанаҡ: Тәтешле район хакимиәте.

Читайте нас: