Тура бәйләнеш 30 июндә була. Телеканалдарҙа трансляцияһы Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башлана, йәғни беҙҙең ваҡыт менән – 14 сәғәттә. Сараны «Первый», «Россия 1», «Россия 24», НТВ, ОТР, «Мир» телеканалдары, «Маяк», «Вести FM», «Радио России» радиостанциялары трансляциялаясаҡ.
Былтыр коронавирус арҡаһында Президенттың халыҡ менән аралашыуы ойошторолманы.
Дәүләт башлығына һорауҙарҙы «Москва — Путину» ҡушымтаһы, moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) программаһы сайты, 0–40–40 номерына смс-хәбәрҙәр, 8–800–200–40–40 телефоны, шулай уҡ «ВКонтакте» һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәре аша ебәрергә була. Һорауҙар 20 июндән башлап программа тамамланғансы ҡабул ителә.