«Техноплес» заводы элекке ҡатырға-рубероид заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән. 1999 йыл аҙағында ул «Технониколь» компанияһына ингән. Производство тулыһынса яңыртылып, заман талаптарына яраҡлаштырылған. Бынан һуң да яңы производстволар асылған, яңы ҡорамалдар алынған. 2019–2020 йылдарҙа заводты яңыртыуға 40 миллион һумға яҡын аҡса һалынған. Заводта әле 190 самаһы кеше эшләй. Был турала республика етәксеһенә заводтың генераль директоры Фәрит Ғарифуллин һөйләгән.
Радий Хәбиров быйыл заводты артабан яңыртыуға 38 миллион һум самаһы аҡса бүленәсәге тураһында әйткән.