Студент ҡыҙға интерактив ҡорамалдарҙы һәм робот техникаһы элементтарын ҡуллана белеүен, тәҡдим ителгән проблемаға үҙ ҡарашын, уҡыусылар менән интерактив аралашыуҙы ойоштора алыуын күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
«Чемпионат ҡатнашыусыларҙа иғтибарлылыҡ, тиҙлек тәрбиәләй, хәлде күҙаллап, фекер йөрөтөргә һәм тиҙ генә ҡарар ҡабул итергә өйрәтә, һәләттәреңде аса, хаталарыңды аңлап, артабан төҙәтергә мөмкинлек бирә, профессияңда иң яҡшы булырға дәртләндерә», – ти Руфина.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.