+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2021, 21:33

РУС ТЕЛЕНӘН 100 БАЛЛ ЙЫЙҒАНДАР

Өфөлә ун беренсе класс өсөн рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған ике уҡыусы ҡыҙ 100-әр балл йыйған.

Өфөлә ун беренсе класс өсөн рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған ике уҡыусы ҡыҙ 100-әр балл йыйған.

Гөлнара Багданова 115-се гимназияны тамамлаған. Уҡытыусыһы Ирина Александровна Стенгач Гөлнараны маҡсатҡа ынт ылышлы, ысын көрәшсе тип маҡтаған. Үҙе уны һуңғы класта ғына уҡытҡан һәм ҡыҙҙың бик төплө нигеҙ менән килгәнен, элекке уҡытыусыларының да ҡаҙанышын билдәләгән. Гөлнара журналист булырға йыйына икән.

Йөҙ баллыларҙың икенсеһе — Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Юлиә Хәлилова. Уны уҡытыусы Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы Ҡотлогилдина әҙерләгән.

«Юлиә Хәлилова беҙҙә 1-се кластан алып уҡый. Бик тырыш ҡыҙ, мәктәпкә белем алыр өсөн генә йөрөй. Бында, әлбиттә, уҡытыусының да ҙур эше, ата-әсәһенең дә тырышыуы күренә. Юлиәнең медуниверситетҡа инергә хыялланғанын беләм», — тигән 20-се гимназия директоры Зөлфиә Ғәлиәнова.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, рус теленән берҙәм дәүләт имтиханында 22 уҡыусы 100 балл йыйған.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Читайте нас: