+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2021, 23:22

ТҮҢГӘҮЕРҘӘР ЙЫЙЫЛҒАН ЕРҘӘ...

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында «Ауылым тарихы» байрамы менән Түңгәүер ырыуы йыйыны үткән. Сара барышында ауылға нигеҙ һалған Мамыт Ҡашҡаровҡа бағышлап стела асылған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, йәнә ырыуҙаштар аллеяһы ултыртылған.

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында «Ауылым тарихы» байрамы менән Түңгәүер ырыуы йыйыны үткән. Сара барышында ауылға нигеҙ һалған Мамыт Ҡашҡаровҡа бағышлап стела асылған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, йәнә ырыуҙаштар аллеяһы ултыртылған.

Йыйынды район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов асҡан һәм йыйылыусыларҙы сәләмләгән.

Түңгәүерҙәрҙең ырыу башы, билдәле актер Хөрмәтулла Үтәшев тәҡдимдәр индергән: ырыу йыйынын йыл һайын төрлө районда үткәрергә, ауылдарҙағы магазиндарға, предприятиеларға урындағы топонимика йә тарихтан сығып исем бирергә, «Атайсал» проектында әүҙемерәк ҡатнашырға.

Тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов халыҡты түңгәүер ырыуының тарихы менән таныштырған, ә физика-математика фәндәре докторы Әхтәр Ғайсин тыуған ауылы Ҡырҙас тураһындағы китап өҫтөндә нисек эшләүе тураһында һөйләгән.

Йәнә төрлө темаға тарих фәндәре кандидаты Илшат Бахшиев, «Без башкортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев, төрлө райондан түңгәүер делегаттары Рим Йәнбирҙин, Наилә Шакирова, Мәүлит Мөхәмәтйәнов, Зилә Ҡашҡарова, Ильяс Такалов сығыш яһаған.

Йыйында ҡаралған мәсьәләләр буйынса резолюция ҡабул ителгән. Уға данлы ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаевҡа, Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа – тыуған яҡтарында, Ҡурайға Өфөлә һөйкәл ҡуйыу, билдәле дин белгесе, ғалим Ғатаулла ишан Әбделмаликов тураһында материал туплап, хеҙмәттәрен баҫтырыу, «Түңгәүерҙәр» энциклопедияһын нәшер итеү, төпкөл ауылдарға интернет, газ үткәреү һәм башҡа тәҡдимдәр ингән.

Түңгәүерҙәр йыйын эстафетаһын табындарға тапшырған. Табындар йыйынды Учалы районында үткәрәсәк.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: