Рамазанов Башҡортостан халҡынан сәләм һәм ҡотлауҙар еткергән, ҡурай тартҡан, йырлаған, оҫталыҡ дәресе үткәргән. Һуңынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге ҡуйған тирмәлә яҡташтары менән осрашҡан, күстәнәстәр, бүләктәр тапшырған. Йәмғиәттең етәксеһе Ринат Гуляев иғтибары һәм бүләктәре өсөн республикаға рәхмәт белдергән.