+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 16:54

БӨРЙӘН ҠЫҘЫ ГӨЛНАЗ

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлназ Ишемғужина ике фәндән – рус теленән һәм химиянан – БДИ-ҙы 100 балға тапшырған.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Гөлназ Ишемғужина ике фәндән – рус теленән һәм химиянан – БДИ-ҙы 100 балға тапшырған.

“Башинформ” хәбәрсеһе Гөлназдан интервью алған.

7-се класҡа тиклем Гөлназ Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында белем алған. 1-се кластан тик отличноға уҡыған. 9-сы класта башҡорт теле һәм әҙәбите буйынса республика туры еңеүсеһе була. 11-се класта Өфө дәүләт нефть техник университеты олимпиадаһында беренселекте ала. БДМУ үткәргән химия һәм биология олимпиадаһында еңеү яулай.

БДИ-ға нисек әҙерләнеүе тураһында һөйләп, ул гимназия уҡытыусылары менән шөғөлләнеүен, шулай уҡ яңғыҙы ла күп уҡыуын әйтә. Үҙенә-үҙе марафондар үткәрә: айына 100 мәсьәлә сисергә йә рус теле буйынса көнөнә 300-әр күнегеү эшләргә маҡсат ҡуя.

Гөлназ химиянан 100 балл йыйғанына аптырамай, сөнки был фәнде ярата һәм күптән ныҡлы шөғөлләнә. Рус теленән 100 балл алыуын иһә көтмәй, сөнки уға ошо уҡыу йылында ғына кәрәге тейер тип тотона.

Гөлназ медицина университетына инергә һәм стоматологҡа уҡырға теләй. Ата-әсәһе ҡыҙҙарын Өфөлә уҡырға өгөтләһә лә, ул үҙе Мәскәүгә, И.М. Сеченов исемендәге медуниверситетҡа барырға хыяллана. Документтарын икеһенә лә тапшырырға уйлай. Мәскәүҙә уҡыған хәлдә лә эшләргә һәм йәшәргә тыуған яғына ҡайтырға теләй.

Гөлназдың шөғөлдәре күп төрлө, бейеү, еңел атлетика ярата, видео ҡороу, тегеү, торт бешереү менән мауыға, «Йәншишмә» гәзитенә һәм «Аманат» журналына мәҡәләләр, шулай уҡ шиғырҙар яҙа.

Гөлназ Ишемғужина химия уҡытыусыһы Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы Рамазановаға, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәроваға рәхмәтле. Шулай уҡ уға ышанған, теләктәрен, уйҙарын аңлап, хуплап торған, һәр саҡ ярҙам иткән, үҙенә өлгө булған ата-әсәһенә рәхмәттәрен белдерә.

Быйыл Башҡортостанда 11-се класты 19 туғыҙ мең бала тамамлай. Әлегә 100 балл йыйған эштәр һаны – 49.

Фото: Гөлназ Ишемғужинаның шәхси архивынан.
Читайте нас: