Болон күбәләге — Евразияның дала зонаһында иң хәүефле ҡоротҡостарҙың береһе. Ныҡ үрсеп киткәндә ул ауыл хужалығы культураларына ҙур зыян килтерә. Бигерәк тә шәкәр сөгөлдөрөнә, көнбағышҡа, люцернаға, кукурузға, йәшелсәләргә зарарлы. 35 ғаиләгә ҡараған үҫемлектәрҙе кимерә. Сүп үләндәренән алабута һымаҡтарға, әремгә ултыра. Ҡарышлауыҡтар үҫемлектең һабағын, япраҡтарын, сәскәләрен, тамыраҙыҡтарҙың муйынсаһын, көнбағыш башын ашай. Ошо арҡала күп үҫемлектәр һәләк була йә уңышы кәмей.