+14 °С
Болотло
Балалар Йүрүҙәндә һыу инә. Ҡайтышлай береһе үлән араһында ябалаҡ балаһын күреп ҡала ла уны тотоп ала. Шул саҡ инә ҡош атылып килеп сыға ла малайҙың күҙен суҡып ала.
Малай күҙҙән яҙа. Ата-әсәһе уны Өфөгә алып килә, табиптар бер нисә операция яһай, әммә күҙҙе ҡотҡара алмайҙар. Был турала “Йүрүҙән” район гәзите яҙа.
Ҡырағай хайуандар һәм йыртҡыс ҡоштар, балаларына хәүеф янаған осраҡта, бөтә донъяһын онотоп, балаһын ҡотҡарырға ташлана. Хатта йорт ҡаҙҙары һәм тауыҡтары ла бәпкә йә себеш эйәртеп йөрөгәндә хәүефлегә әйләнә. Шулай булғас, быныһына аптырарға түгел. Өлкәндәрҙең балаларына балалы йәнлек-ҡоштарҙың ни тиклем хәүефле булыуын аңлатыуы мөһим.