-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 20:38

УҢЫШ ҠАБУЛ ИТЕҮГӘ ӘҘЕРЛЕКТЕ ТИКШЕРӘСӘКТӘР

Республикала 2021 йылғы уңышты ҡабул итәсәк ойошмаларҙың матди-техник базаһын тикшерәсәктәр. Комиссия эшен 25 июндә башлай. Уның составында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, БР буйынса Россельхознадзор идаралығы, район хакимиәттәре һәм федераль дәүләт учреждениелары вәкилдәре бар.

Йәмғеһе 37 предприятие тикшереләсәк, улар араһында – элеваторҙар, май экстракциялау һәм шәкәр заводтары бар. Комиссия айырыуса предприятиеларҙың продукция экспортлау мөмкинлектәрен, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын оҙайлы һәм сифатлы һаҡлау шарттарын ҡараясаҡ.

Әҙерлеге тикшереләсәк предприятиелар төбәктә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша. Дөйөм экспортта уларҙың өлөшө 77 процент (2020 йыл йомғаҡтары буйынса) тәшкил иткән.

Сығанаҡ: Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: