Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы вәкилдәренең «Новости» мәғлүмәт агентлығына белдереүенсә, Өфө «витаминкаһы» етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эште атҡарған. Улар башлыса тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм һауаға сығарылған ҡалдыҡтарға ҡағыла. РФ һаулыҡ министры урынбаҫары Сергей Глаголев билдәләүенсә, асыҡланған етешһеҙлектәр «Гам-Ковид-Вак» вакцинаһы сифатына бер нисек тә ҡағылмай.
ВОЗ белгестәре шулай уҡ Гам-COVID-Вак менән I һәм II дарыу субстанциялары партияларының SAP системалары аша тулыһынса күҙәтелеүенә, идентификацияланыуына һәм тарихына бәйле проблемаларҙы тапҡан, вакцинаны ҡойоу линиялары сифатына ла иғтибар иткән.
Рәсәй Президенты матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Өфөләге «Спутник V» вакцинаһын етештереүсе предприятие ВОЗ иҫкәрмәләрен тулыһынса төҙәткән.