+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2021, 15:44

ИРЕКМӘНДӘР ФОЛЬКЛОРИАДАҒА ӘҘЕРЛӘНӘ

21 июндә VI Бөтә донъя CIOFF фольклориадаһы ирекмәндәре «Торатау» конгресс-холына уҡыуға йыйылған.

21 июндә VI Бөтә донъя CIOFF фольклориадаһы ирекмәндәре «Торатау» конгресс-холына уҡыуға йыйылған.

Беренсе көндө теория һәм практика менән шөғөлләнгәндәр. Уҡыу «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проекты сиктәрендә үткән. «Башҡортостан Республикаһы: тарих һәм хәҙерге заман» темаһына 1-се трек менән танышҡандар.

Сочи ҡалаһынан «FORWARD» ирекмәнлек ресурс үҙәге директоры Екатерина Руцкова ваҡиға ирекмәне компетенцияларына бағышланған лекция уҡыған.

22 июндә уҡыу дауам итеп, мәҙәниәт-ара диалог нигеҙҙәрен өйрәнеүгә, матбуғат саралары менән аралашыуға арналған. Ирекмәндәр «Башҡортостан Республикаһы: тарих һәм хәҙерге заман» презентацияһының 2-се трегы менән танышҡан.

Краснодар крайы Мәғариф, фән һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы Йәштәр инициативалары үҙәгенең матбуғат секретары Тимур Мараканов «Нисек итеп теләһә ниндәй аңлайышһыҙ хәлдә лә Джеймс Бонд булып ҡалырға» темаһына сығыш яһаған.
Ике көн эсендә 350 ирекмән уҡыған.

Сығанаҡ: Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.

Читайте нас: