Өфөлә Башҡорттарҙың этник тарихы фәнни сессияһының «Башҡорттар Евразия төрки халыҡтары дисциплина-ара тикшеренеүҙәр контексында» I ултырышы бара. Ул кисә асылған, бөгөн тамамлана. Сара СССР Фәндәр академияһы Тарих бүлексәһенең башҡорттар этногенезы проблемалары фәнни сессияһының 50 йыллығына бағышланған.
Ултырышты Башҡортостан Фәндәр академияһы, РФА Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ойошторған.
Халыҡ-ара сарала Венгрия, Беларусь, Ҡаҙағстан ғалимдары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Төмән, Томск, Ҡазан, Әстерхан, Грозный, Черкесск фәнни үҙәктәре вәкилдәре ҡатнаша.
Башҡорттарҙың этногенезы, политогенезы һәм антропологияһы – Евразияның төрки халыҡтары тарихында төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Этнос һәм нация булараҡ Көньяҡ Уралда формалашҡан башҡорттар үҙ тарихында, этнографияһында һәм популяцион тасуирламаларында ҡатмарлы этносәйәси һәм социаль-антропологик процестарҙың эҙҙәрен һаҡлаған. Был проблемаларҙы хәҙерге заман методологик нигеҙҙә тикшереү тарихтағы һәм социаль антропологиялағы мөһим методологик проблемаларҙы хәл итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип көтөлә.