Табиптар бригадаһы ауыл халҡына диспансеризацияла ҡаралған күләмдә тикшереү үткәрҙе һәм диспансер күҙәтеүе аҫтында торғандарға медицина ярҙамы күрһәтте.
Ауыл кешеләрен терапевт табип һәм тар белгестәр ҡабул итте. Заманса медицина ҡоролмаларында ЭКГ, УЗДГ, маммография, флюорография, спирометрия үткәрелде, артериаль һәм күҙ баҫымы үлсәнде, анализдар алынды. Теләгәндәр коронавирусҡа ҡаршы вакцина ҡаҙатты.
Өс көн эсендә 17 ауылда 600-ләп кеше медицина ярҙамы алды, 60 кеше вакцина ҡаҙатты.