+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2021, 11:57

ИЖАД КЕШЕЛӘРЕ ЯҢЫ БЕЛЕМДӘР ҮҘЛӘШТЕРӘ

"Мәҙәниәт" милли проектының "Ижад кешеләре" федераль проекты сиктәрендә Өфө районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһы камиллаштырыла.

"Мәҙәниәт" милли проектының "Ижад кешеләре" федераль проекты сиктәрендә Өфө районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһы камиллаштырыла.

Гүзәл Сәйетгәрәева, Михайловка ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡуйыусы рәссамы, «Мәҙәниәт учреждениеларында виртуаль күргәҙмәләр: проектлау һәм ойоштороу» программаһы буйынса белемен камиллаштырған. Ул яңы технологияларға ярашлы күнекмәләр алыуын, материалды үҙләштереү һәм нығытыу өсөн ғәмәли күнекмәләр үтеүен, курста уҡыу графигының бик уңайлы булыуын билдәләй.

Гүзәл Фәнил ҡыҙы яңы белемдәр өсөн Санкт-Петербург мәҙәниәт институты уҡытыусыларына рәхмәтен белдерә.

Сығанаҡ: Өфө районы хакимиәтенең Мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығы.

Читайте нас: