+13 °С
Ясно
Яңылыҡтар
26 Июня 2021, 08:20

ТӨНГӨ ЮЛ ҠАЗАҺЫ

Ҡариҙел районында төнөн Яңы Йәнсәйет – Ҡариҙел автомобиль юлында юл ҡазаһы булған.

Ҡариҙел районында төнөн Яңы Йәнсәйет – Ҡариҙел автомобиль юлында юл ҡазаһы булған.

Stels мопедында елдергән 19 йәшлек Өфө егете һыйырға барып бәрелгән. Был турала ЮХХДИ-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Егет йәрәхәтттәр алған, уны дауаханаға алып киткәндәр, ә һыйыр шунда уҡ йән биргән.

Тикшереү бара. Егеттең транспорт йөрөтөүгә таныҡлығы булмаған, мопеды ла теркәлмәгән.

Сығанаҡ. “Башинформ”.

Читайте нас