+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 20:44

ҺЫУ ҘА АЯП ТОРМАЙ

Көндәр эҫе булғас, һыу буйҙары тулы халыҡ. Махсус йыһазланмаған урындарҙа һыу инеүселәр күп. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноталар. Көн һайын һыуға батыусылар тураһында хәбәрҙәр сығып тора.

Көндәр эҫе булғас, һыу буйҙары тулы халыҡ. Махсус йыһазланмаған урындарҙа һыу инеүселәр күп. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноталар. Көн һайын һыуға батыусылар тураһында хәбәрҙәр сығып тора.

Кисә Ейәнсура районы Ҡужабаҡ ауылы эргәһендә Ташлы йылғаһында 14 йәшлек үҫмер батып үлгән. Иптәштәре менән бейек ярҙан сума-сума һыу ингәндәр. Үҫмер көслө ағымды еңә алмай батҡан.

Илеш районы Әнәс ауылы эргәһендә Ағиҙелдә һыу ингәндә 62 йәшлек ир батҡан. Кәүҙәһен Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре эҙләп тапҡан.

Ишембай районы Ҡарайған ауылындағы ял базаһында ла 60 йәшлек бер ир батҡан.

Өфөлә Ағиҙелдә 47 йәшлек ир ярҙан алыҫлашып һәләк булған. Ир эскән булған шикелле, тиҙәр. Кәүҙәһен Өфө Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре алып сыҡҡан.

Ҡотҡарыусылар таныш булмаған ерҙә, һыу инеү тыйылған урындарҙа, айныҡ булмаған саҡта, шулай уҡ яңғыҙың һыу инмәҫкә, ярҙан алыҫ китмәҫкә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: