-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2021, 21:16

ҠЫЯРҘЫ КАМЫШИНДАРСА ТОҘЛАП ҠАРАЙЫҠ

Волгоград өлкәһендә Камышин тигән ҡала бар. Социаль селтәрҙәрҙә “Камышин ҡыяры” тигән рецепт таралған, тиҙәр.

Волгоград өлкәһендә Камышин тигән ҡала бар. Социаль селтәрҙәрҙә “Камышин ҡыяры” тигән рецепт таралған, тиҙәр.

«Приусадебное хозяйство» журналының 1989 йылғы 2-се һанында Һарытау өлкәһе Балаково ҡалаһынан бер һәүәҫкәр йәшелсәсе Камышинда өйрәнеп ҡайтҡан ҡыяр тоҙлау сере менән уртаҡлашҡан. Шул рецепты кемдер ҡаҙып сығарған да, әйҙә киткән ул селтәр буйлап. Бына, беҙгә лә килеп еткән.

Был ҡыяр шығырҙап тора, бер йыл ғына түгел, ике йыл да ултыра, бер ни булмай тип маҡтай мәҡәлә авторы һәм нисек тоҙлау тураһында яҙа.

3 литрлы банка төбөнә һарымһаҡ, керән япрағы, борсаҡлы борос, ҡарағат япрағы, ике лавр япрағы һалалар. Шунан тығыҙлап ҡыяр тултыралар. Банкаға 1 литр һыуға 1 ҡалаҡ иҫәбенән тоҙ болғап, һалҡын һыу ҡоялар. Ҡыяр 4-5 тәүлек ултыра. Шунан һыуын бушатып, ҡыярҙы банканан бушатмай ғына крандан һыу ҡойоп, 2-3 ҡат сайҡатып түгәләр. Йыуылған ҡыярға тоҙһоҙ һалҡын һыу ҡойоп, ҡапҡасын бикләп ултырталар. Теләгән бер урында һаҡларға була тигәндәр.

Биш йыл ҡулланам, ҡайғы белмәйем, тигән автор. Һарымһаҡты күберәк һалһаң – һарымһаҡ тәме әйтеп тора, керәнде күберәк һалһаң – ҡыяр шығырҙап тора, ҡаты була, боросто күберәк һалһаң – әскелт була.

Читайте нас: