Асыҡланыуынса, туристарҙың 41 проценты башҡорт милли ризыҡтарын ауыҙ итергә, ҡымыҙ эсергә, тирмәлә йәшәп ҡарарға тип килә икән. Икенсе урында – Ҡалмыҡстан (28%), өсөнсө – Татарстан (17%).
2020 йылда Башҡортостан ҡымыҙ етештереү күләме буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды алған, йылҡы малы һаны буйынса – икенсе (8,3 мең баштан ашыу).
Ауыл хужалығы етештереүселәре ит аҙыҡтарын, ҡымыҙҙы төбәктең сауҙа ойошмаларына, социаль һәм дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларына оҙата. Тармаҡты артабан үҫтереү маҡсатында «Башҡортостан Республикаһында йылҡысыҡты үҫтереү» программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2020 йылда продукт биреү, тоҡомсолоҡ һәм спорт йылҡысылығын үҫтереүгә 110 миллион һум бүленгән.
Сығанаҡ: "Башинформ".