Алевтина Ивановна совхозда бухгалтер булып эшләй, шунан уның идарасыһы булып китә. Ә 1996–2018 йылдарҙа Ирсай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы була. Был ауылдың халҡы уның һәр ваҡыт әүҙем, аралашыусан, иғтибарлы, коллегаларына талапсан булыуы тураһында һөйләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Алевтина Ивановна өйөндә тик ултырмай, ветерандар советында эшләй, конкурстарҙа, акцияларҙа, флешмобтарҙа ҡатнаша.