-29 °С
Болотло
Земфира Рәшитова етәкселегендәге «Хазина» төркөмө I дәрәжә лауреат булған.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған «Хазина» 2020 йыл башында ойоша. Уның составындағы ҡыҙҙар һәр береһе төрлө музыка ҡоралында уйнай: Земфира Рәшитова – ҡурайҙа, вокалсы Зәлиә Нурлы – ҡумыҙҙа, Зәлиә Ғәниәтуллина – традицион ҡыл ҡумыҙҙа, Наилә Биктимерова – прима ҡыл ҡумыҙҙа, Гөлназ Нафиҡова – думбырала. Төркөмдөң репертуары һирәк башҡарылған милли йыр-моңдан тора.