-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 23:19

“ИКЕЛЕ”

Илфаҡ уҡытыусы янына килде.– Мәрйәм апай, ни өсөн миңә “икеле” ҡуйҙығыҙ? Мин бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙем. Бына ҡарағыҙ.– Күлгә таш ырғытһаң, ни була?

Илфаҡ уҡытыусы янына килде.
– Мәрйәм апай, ни өсөн миңә “икеле” ҡуйҙығыҙ? Мин бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙем. Бына ҡарағыҙ.
– Күлгә таш ырғытһаң, ни була?
– Ул еүешләнә.
– Һигеҙ көн йоҡламайынса нисек йәшәргә?
– Проблема юҡ. Төндә йоҡларға кәрәк.
– Бер ҡулыңда өс алма һәм дүрт әфлисун, ә икенсе ҡулыңда дүрт алма һәм өс әфлисун булһа, һинең нимәң бар?
– Көрәктәй ҡулдарым бар.
– Һигеҙ кеше стенаны ун сәғәт төҙөгән. Уны төҙөр өсөн дүрт кешегә күпме ваҡыт кәрәк?
– Бер секунд та кәрәкмәй, ул төҙөлгән бит инде.
– Бетон иҙәнгә ватмайынса йомортҡаны нисек ырғытырға?
– Нисек кенә тырышма, бетон иҙәнде йомортҡа менән ватып булмай.
Читайте нас: