+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 13:10

ТӘБИҒӘТ ҮҘЕНСӘ ШАЯРА

Был көндәрҙә әле унда, әле бында ел-дауыл сығып тора. Ҡайһы берәүҙәр хәүефле шарттарға тарый. 28 июндә Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысында көтмәгәндә дауыл сыға, ямғыр, борсаҡ яуа. Бер төркөм кешеләр понтонда ҡала.

Аҙаҡ уларҙың береһе, Ксения тигән ҡыҙ, бик ныҡ ҡурҡыуҙары, 1,5 сантиметрлыҡ боҙ бөртөктәре яуыуы, понтон тросының елдән өҙөлөүе һәм кешеләр менән ҡушы понтонды ағыҙыуы тураһында һөйләй. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә һыуға һикереп төшә башлаған.

Ә видеола Павловка һыу һаҡлағысында йөрөгәндә дауылға эләккән кешеләр сыр-сыу килә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас: