+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2021, 23:03

ЯҠТАШЫБЫҘ БЕРЕНСЕ УРЫНДЫ АЛҒАН

Татарстанда көрәш буйынса донъя беренселеге булған. 29 илдән 250 спортсы ҡатнашҡан. Улар 20 комплект награда өсөн ярышҡан.

Татарстанда көрәш буйынса донъя беренселеге булған. 29 илдән 250 спортсы ҡатнашҡан. Улар 20 комплект награда өсөн ярышҡан.


Финалға Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Рәсәй һәм Халыҡ-ара көрәш федерацияһы флагы аҫтында сығыш яһаусы спортсылар сыҡҡан. 75 кг ауырлыҡ лсәмендә Ишембайҙан Марсель Мырҙагилдин 1 урынды алған. Уның тренеры – Марат Зарипов.
Ошондай ҙур ярышта Марсель менән тренер Марат Ғәзинур улы яулаған уңыш ҡотло булһын, яҡташтарын яңынан-яңы ҡаҙаныштар менән ҡыуандырһындар.
Ярыш «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проекты сиктәрендә үткән.

Сығанаҡ: Ишембай район хакимиәте.

Читайте нас: