+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 19:03

Ҡаһарман Данир

Әбйәлил районы Рауил ауылынан мәктәп уҡыусыһы Данир Мөхәмәҙиев оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән.

Әбйәлил районы Рауил ауылынан мәктәп уҡыусыһы Данир Мөхәмәҙиев оло ҡаһарманлыҡ күрһәткән.

Ул Ҡырҙас ауылынан олатаһына килгән бәләкәй малайҙың һыу аҫтына киткәнен күреп ҡала ла һыуға һикерә.

Малайҙы башҡа балалар менән бергәләп һыуҙан алып сығалар. Шунан Данир уға яһалма тын алдыра башлай. Яйлап малайҙың көсһөҙ генә тын алышы шәйләнә, пульс тибеше һиҙелә башлай. Ул арала өлкәндәр килеп етә һәм малайҙы реанимациялау менән шөғөлләнә. Ҡыҫҡаһы, баланы тергеҙеп алалар, шунан дауаханаға алып баралар.

Данир күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһе Әҡлимә яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алған.

Был турала, “Абзелил” район гәзитенә һылтанып, “Башинформ” яҙа.

Читайте нас: